ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна
ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна (21.2.1953, Горький ҡ.), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1990 й. алып С.А.Голдобиндың “Архпроект” ЯАЙ оҫтаханаһының төп архитекторы, 2005 й. — нач. урынбаҫары. “Восток” банкыһы бинаһы (1990), “Башкирэнерго” ААЙ‑ның адм. корпусы (1999—2001), ӨДАТУ‑ның 9‑сы уҡыу корпусы (2003), Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын (1995—2000), Өфөлә торлаҡ йорттарҙы (80‑се йй. 2‑се ярт. алып; бөтәһе лә — авторҙашлыҡта) үҙғәртеп ҡороу проекттарын һ.б. эшләй. Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотр-конкурсы (Мәскәү, 1985) һәм БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2000) лауреаты.
Әҙәб.: С.А.Голдобин мәҡ. ҡарағыҙ.
А.В.Лебедева
Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова