Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТОВ Илдус Ғәләметдин улы

Просмотров: 1822

ВӘЛИТОВ Илдус Ғәләметдин улы (20.9.1947, Ҡазан — 1.7.2000, Өфө), график, архитектор. Архитекторҙар союзы (1980) һәм Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1973) “Татпроект” ҒТИ (Ҡазан) хеҙм‑ре. 1978 й. алып “ГипроНИИавиапром” (Өфө), 1980 й. — “Уфанефтехим” АЙ дизайнеры. 1985 й. алып акварель техникаһында эшләй. В. эштәренең эмоциональ үҙенсәлеге төҫ палитраһының әүҙемлегенә, төп төҫтәрҙең нескәлегенә һәм бай колоритҡа нигеҙләнгән. Рәссам ижадында төп тема — ҡала, башлыса Өфө, архитектураһы пейзажы [“Өфө акварелдә” серияһынан: “М.В.Нестеров исемендәге музей” (1989), “Шаляпин йорто” (1999) һ.б.]. Тәбиғи, архитектура мотивтары реаль булмаған һыҙаттар, төҫтәр ала, поэтика һәм экспрессия м‑н тулыланып, йыһан метафораһына әүерелә: “Сикһеҙлек”, “Ҡарт ағас”, “Монар” (бөтәһе лә — 1994), “Иртә” (1997), “Тулған ай” (1998) һ.б. 1986 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өфө, Гандия (Испания), Хельсинки (Финляндия) ҡҡ. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1986 й. алып) үткән. Эштәре БДХМ‑да, Ирбит Һынлы сәнғәт музейында, Рәсәй һәм сит илдәр шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: