Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСКРЕСЕНСК КАРТИНАЛАР ГАЛЕРЕЯҺЫ

Просмотров: 1506

ВОСКРЕСЕНСК КАРТИНАЛАР ГАЛЕРЕЯҺЫ, Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы филиалы. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. Э.И.Корлейстың элекке йортонда урынлашҡан. 1970 й. совет рәсем сәнғәте галереяһы булараҡ ойошторола, 1979 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Галереяны ойоштороусылар — рәссамдар В.А.Бабицын һәм Р.А.Кoбозев, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Воскресенскиға эвакуацияланған Мәскәү художество ин‑ты эргәһендәге Мәскәү урта художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. Галереяның коллекция нигеҙен (300‑гә яҡын һаҡлау берәмеге) Мәскәү урта художество мәктәбенең элекке уҡыусылары, ш. уҡ РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм РСФСР Рәссамдар союзы күргәҙмәләренең дирекциялары бүләк иткән 1940—80‑се йй. эштәр тәшкил итә. Даими экспозицияла 70‑тән ашыу рәссамдың 130‑лап картинаһы ҡуйылған, улар араһында Рәсәйҙең билдәле оҫталары В.И. Иванов, Г.М.Коржев, П.П. Оссовский, А.П. Ткачёвтың эштәре бар. Галерея бүлектәрендә ш. уҡ Воскресенка заводы һәм Воскресение сиркәүе тарихына, Корлейстың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған материалдар, халыҡ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, БР‑ҙың рәссамдары В.Г. Кузнецова, В.Э.Меос, А.И.Платонов һ.б. эштәре урын алған. Галерея бинаһы — 19 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Братья Ткачёвы: альбом. М., 1985; Б е с т у ж е в а С. Пётр Оссовский. М., 1987.

 

Т.Л.Леонидова

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019