Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы

Просмотров: 1635

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы (25.1. 1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Тайыш а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1999), проф. (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы (1993), Яҙыусылар союзы (2009) ағзаһы. Гурьев пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Ҡаҙаҡ ССР‑ы мәктәптәрендә уҡытыусы. 1978 й. алып 5‑се урта мәктәп дир., 1982 й. — КПСС-тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1984 й. – 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты, 1991 й. — 124‑се урта мәктәп (бөтәһе лә — Өфө) дир. 2000 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДАУ‑ҙа (2002—05 йй. вузға тиклемге әҙерлек һәм ғилми‑пед. кадрҙарҙы яңынан уҡытыу б‑са проректор, бер үк ваҡытта лицей дир.). 2005—11 йй. ӨДИСА‑ның пед. һәм психология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогика, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү проблемалары‑ на, М.Кәримдең тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арналған. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. С.Злобин ис. пр. лауреаты (2000).

Х е ҙ м.: Народность и патриотизм. Уфа, 2000; Российская деревня в ХХ столетии. Уфа, 2006; Мустай Карим — явление мировой культуры: в 2 т. Уфа, 2007.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: