Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВ Марсель Исмәғил улы

Просмотров: 1646

ҒАРИПОВ Марсель Исмәғил улы (13.4.1942, БАССР-ҙың Тәтешле районы Түбәнге Тәтешле а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Үрге Тәтешле а., — 27.9.2021, Өфө ҡ.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Бөрө педагогия институтын (1965), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1978) тамамлаған. 1964 й. алып ВЛКСМ‑дың Бөрө ҡала комитетында, 1966 й. — Кушнаренко районы Бардовка тулы булмаған урта мәктәбендә (директор), 1967 й. КПСС‑тың Тәтешле район комитетында эшләй. 1981 й. алып Бөрө педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 й. — проректоры, 1989 й. — ректоры. 1995 й. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары, 1999—2003 йй. — рәйесе. 2003—18 йй. Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында (2009 й. тиклем өҫтәмә белем биреү буйынса проректор). Фәнни тикшеренеүҙәре уҡыусыларҙың хеҙмәт политехник әҙерлегенә, инновациялы педагогик технологияларға, хәҙерге заман мәғарифы философияһына арналған. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты.

   Хеҙм.: Общественно‑полезный, производительный труд сельских школьников. Уфа, 1990; Иноязычные профессиональные и социально-культурные коммуникации: теория и практика. Уфа, 2004.

С.А.Бронников

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.06.2022
Связанные темы рубрикатора: