Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУРОВ Валерий Николаевич

Просмотров: 945

ГУРОВ Валерий Николаевич (5.1.1949, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны “Миәкә” с‑зының 3‑сө ферма ҡсб, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р‑ны Маяҡ а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1998). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1972). 1974 й. алып Бәләбәй ҡ. 3‑сө урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1978 й. —дир., 1983 й. — Өфөнөң 117‑се урта мәктәбе директоры, 1984 й. — Өфөнөң Октябрь р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1986 й. башлап КПСС-тың Башҡ. өлкә ком‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 1988 й. алып БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. башлап Ставрополь крайында йәшәй һәм эшләй. 2011 й. алып БДПУ‑ның Педагогика ин‑ты директоры, 2014 й. — БР Мәғарифты үҫтереү ин-тының мәғарифҡа идара итеү теорияһы һәм практикаһы каф.  мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре соц. пед. мәсьәләләренә арналған. 210-ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2001).

Х е ҙ м .: Социальная работа образовательных учреждений с семьёй. М., 2005; Высшая школа и дополнительное профессиональное образование: проблемы и решения. Ставрополь, 2007 (авторҙ.).

 

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019