Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТБАЕВА Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы

Просмотров: 1632

ДӘҮЛӘТБАЕВА Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (22.11.1939, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яҡшембәт а.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1962 й. алып Күмертау ҡ. 10‑сы урта мәктәбе, 1965 й. — Баймаҡ р‑ны урта мәктәптәре, Сибай ҡ. 9‑сы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1992 й. башлап Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының Сибай уҡытыу-консультация үҙәге мөдире. 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында (2002 й. башлап башланғыс Белеем биреү педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире). 2005 й. алып БДПУ‑ла эшләй: БР дәүләт телдәрен өйрәнеү б‑са лингвометодик үҙәк дир., бер үк ваҡытта 2010—12 й. башҡ. теле һәм уны уҡытыу методикаһы каф. мөдире вазифаһын башҡара. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһы мәсьәләләренә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башланғыс кластар өсөн урыҫ теле б‑са дәреслектәр, уҡытыусылар өсөн уҡыу әсбаптары авторы.

Хеҙм.: Психолого-педагогические и лингвистические основы обучения русской грамоте учащихся начальных классов башкирской школы. Сибай, 2001; Формирование современной билингвальной языковой личности в процессе обучения русскому языку в башкирских дошкольных и школьных учреждениях. Уфа, 2008.

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: