КИРИКОВ Сергей Васильевич
КИРИКОВ Сергей Васильевич (15.9.1899, Смоленск губернаһы Алексино а. — 27.8.1984, Мәскәү ҡ.), зоогеограф, эколог. Биология фәндәре докторы (1947). Белорус ауыл хужалығы академияһын тамамлағандан һуң (1926) Ҡана тәжрибә урман хужалығында (Йылайыр районы), Березина ҡурсаулығында биология станцияһы мөдире булып, Аскания‑Нова ҡурсаулығында һәм Полесмелиозем экспедицияһының зоология отрядында эшләй, 1937—47 йй. Башҡ. ҡурсаулығының ғилми бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тарихи география, зоогеография, экология һәм СССР‑ҙа, ш. иҫ. Башҡортостанда, ҡурсаулыҡ эшен ойоштороуға арналған. К. тарафынан СССР‑ҙың дала, урмандала, урман, урман‑тундра зоналарында фаунаның кеше йоғонтоһо арҡаһында тарихи үҙгәреүе асыҡланған.
Хеҙм.: Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Урала. М., 1952; Изменения животного мира в природных зонах СССР. Степная зона и лесостепь. М., 1959; Промысловые животные, природная среда и человек. М., 1966.
Тәрж. Г.А.Миһранова