Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРЖИНСКИЙ Сергей Иванович

Просмотров: 1358

КОРЖИНСКИЙ Сергей Иванович [26.8.1861, Әстерхан ҡ. — 18.11.1900, С.‑Петербург], ботаник, флорист, фитогеограф. Император С.‑Петербург ФА акад. (1896), проф. (1888). Урмандың далаларҙы баҫып алыуы теорияһының авторы. Урта Азия үҫемлектәр донъяһына тәүге тасуирлама бирә, Рәсәйгә дөйөм ботаник‑геогр. районлаштырыу үткәреүҙе тәҡдим итә. Уралдың һәм күрше терр‑яларҙың флораһы т‑да мәғлүмәттәрҙе системалаштырыуға нигеҙ һала: 1886—87 йй., 1894 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында уратала тикшереүҙәр үткәрә. Тәүге тапҡыр Көньяҡ Урал флораһының үҙенсәлеген билдәләй һәм эндемиктарҙы, реликттарҙы анализлау нигеҙендә уның генезисын өйрәнеү мәсьәләһен күтәрә. Фитоценологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Үҫемлектәрҙе системалаштырыуҙа геогр.‑морфологик ысулды һәм флораны тарихи анализлау ысулын үҫтерә, үҫемлектәрҙең төп таксономик категорияһы булараҡ “раса” төшөнсәһен индерә.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019