Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАШЕНИННИКОВ Ипполит Михайлович

Просмотров: 1196

КРАШЕНИННИКОВ Ипполит Михайлович (1.10.1884, Силәбе ҡ. — 27.10.1947, Ленинград), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (1934), проф. (1939). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1947). Император Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1914) 1947 й. тиклем В.Л.Комаров ис. Ботаника ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың урман‑дала, дала, сүл зоналары үҫемлектәр донъяһын һәм ландшафтарын өйрәнеүгә арналған. СССР ФА‑ның Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составында үҫемлектәрҙең Башҡортостан терр‑яһында таралыуын һәм характерын билдәләүсе дөйөм физик‑геогр. шарттарҙы өйрәнә, үҫемлектәрҙең зональ төрҙәрен тасуирлай, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралына, Башҡортостандың Урал аръяғына һәм Башҡортостандың Урал алдына ботаник‑геогр. районлаштырыу үткәрә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Из истории развития ландшафтов Южного Урала. Л., 1927; Природные ресурсы Башкирской АССР. Т.1. Растительность Башкирской АССР. М.; Л., 1941 (авторҙ.); О лесостепи западного склона Южного Урала //Материалы по географии и картографии почв СССР. Т.30. М.; Л., 1949.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019