Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЖӘХМӘТОВ Григорий Ғилмийәр улы

Просмотров: 1162

ҠУЖӘХМӘТОВ Григорий Ғилмийәр улы (14.10.1939, БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Көркәк а. — 16.5.2015, Өфө ҡ.), ботаник. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1959—68 йй. Ҡалтасы районы Оло Ҡасаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй; 1972 й. БАХИ‑ла өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1973—2012 йй. БДУ‑ла: уҡытыусы, 1986—88 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002—08 йй. экология кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡ альгологияһына арналған. Ҡ. тарафынан тупраҡ ылымыҡтарын өйрәнеүҙә анализдың статик ысулдарын ҡулланып экологик-ценотик йүнәлеш уйлап табылған.

    Хеҙм.: Краткий определитель водорослей Башкортостана. Уфа, 1995 (авторҙ.); Методы изучения почвенных водорослей. Уфа, 2001 (авторҙ.); Водоросли зональных почв степи и лесостепи. Уфа, 2006.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022