Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАГИН Алексей Юрьевич

Просмотров: 1366

КУЛАГИН Алексей Юрьевич (23.5.1957, Мейәс ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (1994), профессор (1999). РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). Ю.З.Кулагиндың улы. Һарытау университетын тамамлағандан һуң (1979) БАССР‑ҙың Урман хужалығы министрлығында эшләй; 1980 й. алып Өфө биология институтында: 1988 й. башлап өлкән, 1994 й. — төп, 1999 й. — баш ғилми хеҙмәткәр, 2002 й. — урмансылыҡ лабораторияһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ағастарҙың техноген һәм экстремаль тәбиғәт факторҙарына адаптацияһын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан урман барлыҡҡа килтереүсе ағастарҙың экологик төр үҙенсәлеге, боҙолған ландшафтарҙа урман тергеҙеү ысулдары тураһында концепция эшләнгән, ултыртылған урмандарҙың техноген бысратыусыларҙы туплау һәм таҙартыуҙа әһәмиәте асыҡланған. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән (2018).

 Х е ҙ м.: Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.); Широколиственно-темнохвойные леса Южного Урала: пространственная дифференциация, фитоценотические особенности, естественное возобновление. Уфа, 2012 (авторҙ.); Лесные насаждения Уфимского промышленного центра: современное состояние в условиях антропогенных воздействий. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.04.2023
Связанные статьи: