Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ФОНДЫ

Просмотров: 1360

ЕР ФОНДЫ, адм.‑терр. берәмектәрҙең һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың юридик яҡтан рәсмиләштерелгән сиктәре эсендәге барлыҡ ерҙәр. 2001 й. 25 окт. төҙөлгән РФ Ер кодексына ярашлы, Е.ф. айырым тәғәйенләнеш б‑са 7 категорияға бүленә: а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәр; кеше йәшәү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр; сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, радиотапшырыу, телевидение, информатика, оборона һәм башҡа махсус тәғәйенләнештәге ерҙәр; махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ерҙәре, һауыҡтырыу, рекреацион һәм тарихи-мәҙәни тәғәйенләнештәге терр‑ялар; урман фонды ерҙәре; һыу фонды ерҙәре; запас ерҙәр. БР‑ҙың Е.ф. 14294,7 мең га тәшкил итә (2010). РФ субъекттары араһында респ. дөйөм майҙаны б‑са — 14‑се урынды, ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны б‑са — 7‑се, һөрөнтө ерҙәр майҙаны б‑са 6‑сы урынды биләй. Дәүләт һәм муниц. милектә торған 11985 мең га ерҙән 5684,1 мең га (башлыса урман фонды ерҙәре — 5086,4 мең га) — РФ, 67,1 мең га БР милек хоҡуғына теркәлгән, муниц. милектә — 147,4 мең га. Ҡалған майҙан (6086,4 мең га) бүленеш осоронда тора. Граждандар милкендә — 2305,1 мең га, юридик шәхестәрҙә — 4,6 мең га. БР‑ҙың Е.ф. структураһында (ҡара: табл.) а.х. тәғәйенләнешендәге (53,8%) һәм урман фонды (37,7%) ерҙәре өҫтөнлөк итә. 1990—2010 йй. кеше йәшәгән майҙандар (465,3 мең га), махсус һаҡланыусы биләмә һәм объект ерҙәре (312,4 мең га) артыу сәбәпле, а.х. тәғәйенләнешендәге (597,4 мең га), урман фонды (121,2 мең га) ерҙәре ярайһы уҡ кәмей. А.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе а.х. тауар продукцияһын етештереү өсөн а.х. пр‑тиелары, ойошмалары һәм граждандар ҡуллана. А.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең иң ҙур майҙандары Баймаҡ (364,8 мең га) һәм Хәйбулла (336,9 мең га) р‑ндарына тура килә. Кеше йәшәү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәргә төҙөлөш һәм ҡала м‑н ауылдарҙы үҫтереү өсөн ҡулланылған ерҙәрҙе индерәләр. Респ. ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларының майҙаны — 214,3 мең га (1,5%), ауыл ерҙәре 405,2 мең га (2,8%) тәшкил итә. Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, радиотапшырыу, телевидение, информатика, оборона һәм башҡа махсус тәғәйенләнеш ерҙәренә йөкмәтелгән маҡсаттарҙы (сәнәғәт етештереү, транспорт, элемтә һ.б.) бойомға ашырыу өсөн пр‑тиеларға һәм ойошмаларға бирелгән ерҙәрҙе индерәләр. Был категориялағы ерҙәр кеше йәшәгән ер сиктәренән ситтә урынлашҡан. Тәбиғәтте һаҡлау, һауыҡтырыу, рекреацион һәм тарихи-мәҙәни тәғәйенләнешле махсус һаҡланыусы биләмәләрҙең төп майҙанын (386,2 мең га) Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Башҡортостан милли паркы биләй. Был категорияға шифаханалар, курорттар, туристик базалар һәм балалар һауыҡтырыу лагерҙарының терр‑ялары инә. Урман фонды ерҙәренә урман биләгән, ш. уҡ урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән терр‑ялар индерелгән. Урман фонды ерҙәренең иң ҙур майҙандары Белорет, Бөрйән, Ишембай, Йылайыр һәм Ҡариҙел р‑ндарында урынлашҡан. Һыу фонды ерҙәренә һыу объекттары биләгән (ҡара: Һыу ресурстары), ш. уҡ һыу объекттарын ҡулланыу өсөн кәрәк булған гидротехник (ҡара: Гидротехник ҡоролмалар) һәм башҡа ҡоролмаларҙы үткәреү һыҙаттарына бүленгән ерҙәр инә. Был категорияның иң ҙур ер майҙандары Ҡариҙел (11,9 мең га), Әбйәлил (7,2 мең га) һәм Бөрө (6,2 мең га) р‑ндарында урынлашҡан. Запас ерҙәргә юридик шәхестәргә һәм граждандарға милеккә, биләмәгә, ҡулланыуға йәки ҡуртымға бирелмәгән ерҙәр инә. Уларҙы файҙаланыу башҡа категорияға күсергәндән һуң рөхсәт ителә.

Әҙәб.: Государственный (национальный) доклад о состоянии и использовании земель в Республике Башкортостан в 2010 году. Уфа, 2011.

Н.Р.Йәнбухтин, И.Д.Стафийчук, И.С.Хохлов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Башҡортостан Республикаһы ерҙәренең категориялар һәм милек формалары буйынса бүленеше (2011 йылдың 1 ғинуарындағы торошо)

Ерҙәрҙең категорияһы

Дөйөм майҙаны, мең га

Бөтәһе дәүләт һәм муниц. милектә, мең га

РФ милкендә, мең га

БР милкендә, мең га

Муниц. милектә, мең га

1

А.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәр

7696,3

5460,2

31,9

57,2

139,8

2

Торама пункт ерҙәре

619,5

546,9

12,5

6,9

7,2

3

Сәнәғәт һәм башҡамахсус тәғәйенләнеш ерҙәре

109,1

108,1

22,9

2,6

0,3

4

Махсус һаҡланыусы биләмә һәм объект ерҙәре

386,2

386,2

332,5

0,3

0,1

5

Урман фонды ерҙәре         

5384,2

5384,2

5284,3

 

 

6

Һыу фонды ерҙәре              

77,9

77,9

 

 

 

7

Запас ерҙәр                        

21,5

21,5

 

0,1

 

 

Ерҙәр барлығы                      

14294,7

11985

5684,1

67,1

147,4

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: