ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич
ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич [15.9.1928, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР-ҙың Әлшәй р-ны) — 11.3.1998, БР-ҙың ш. уҡ р‑ны Раевка ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1942 й. алып Әлшәй р‑нында эшләй: тракторсы, 1963—83 йй. “Ленин васыяты” к‑зының комплекслы бригадаһы бригадиры. З. етәкс. бригада етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: 1965 й. иген культураларының уңдырышлылығы — 16,7 ц/га, көнбағыш (орлоғо) — 14, картуф 118 ц/га тәшкил иткән; 100 һыйырҙан 110 быҙау алынған. Ленин (1966, 1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: Платонов М. Твёрдый характер //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Злыдников Д.А. //Герои труда. Уфа, 2011.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.А.Миһранова