Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗНАМЕНСКИЙ"

Просмотров: 882

“ЗНАМЕНСКИЙ” БР‑ҙың тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы, тауыҡтарҙың ит кростарын үрсетеү б‑са ААЙ. Бәләбәй р‑нының Знаменка а. урынлашҡан. “З.” составында: 31 ҡош аҙбары, 3 инкубатор; ашатыу, һуйыу, йомортҡа онтағын киптереү цехтары; 2 һыйыр малы фермаһы һ.б. Фирма магазиндары селтәре, мәҙәниәт йорто, 2 клуб, ҡунаҡхана һ.б. бар. 2011 й. 40 кеше эшләгән. Ерҙәренең майҙаны — 6364 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 5872 га. Ҡош һаны — 220 мең, ш. иҫ. йомортҡа һалыусы тауыҡтар — 112 мең; йомортҡа һалыусанлыҡ — йылына 300 йомортҡа, себеш сығарыу — 76,6%, себештәрҙең һаҡланышы — 96,8%, өлкән ҡоштарҙыҡы — 97,6%; йомортҡа етештереү — 32,8 млн дана, ит 529 т тәшкил иткән. Иген культураларының уңдырышлылығы — 17,9 ц/га, иген етештереү — 5551 т (2011). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФтың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1928 й. “З.” с‑зы булараҡ ойошторола, 1930 й. — “Краснознаменский” с‑зы, 1948 й. — “Краснознаменский” тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы, 1998 й. — “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2010 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. “Родонит‑2” (1993 й. алып), “Родонит‑3” (2004 й. алып), “Смена‑4” (2005 й. алып) продуктлылығы юғары тауыҡ кростарын үрсетеү м‑н шөғөлләнә.

П.Н.Опарин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019