Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘЕЛБАЕВ Ғабдулла Сәфәрғәле улы

Просмотров: 986

ИҘЕЛБАЕВ Ғабдулла Сәфәрғәле улы [1893, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.3.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Ырымбур ир балалар гимназияһын тамамлаған (1914). Ҡазан ун‑тында уҡый (1914—15). Ырымбур губернаһының башҡорт-федералистарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1915—17 йй. рус армияһында, поручик. 1917 й. Симферополь ҡ. хеҙмәт итә. Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. башында Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов м‑н берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонында 1‑се башҡорт полкын ойоштороуға етәкселек итә. 2‑се мартта Баймаҡ эшсе депутаттары советы вәкилдәре тарафынан ҡулға алына. Атыла (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). Башҡорт ғәскәренең 2‑се Башҡорт ирекле кавалерия полкы И. исемен йөрөткән. Баймаҡта И. һәм Мағазовҡа һәйкәл ҡуйылған (2018).

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019