Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы

Просмотров: 1139

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы [2.10.1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевск р‑ны) — 8.12.1937, Коми АССР‑ы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914). 1914—17 йй. рус армияһында; 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, унтер-офицер. 1918 й. сент. алып Башҡорт хәрби шураһының махсус тәғәйенләнешле командаһында хеҙмәт итә, окт. — Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се Башҡ. кавалерия полкы писары. 1919 й. апр. башлап РККА‑ның 1‑се армияһы Егерменсе уҡсылар див. Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты вәкиле, көҙҙән Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары. 1920 й. алып Бөрйән-Түңгәүер, 1921—22 йй. Туҡ-Соран һәм 1924—25 йй. Арғаяш кантон башҡарма ком‑ттары рәйесе. 1922—24 йй. Башҡ. халыҡ мәғарифы ин‑ты (Ырымбур ҡ.) директоры. 1925 й. башлап “Башҡортостан” гәз. яуаплы мөхәррире. 1928—30 йй. БАССР мәғарифы халыҡ комиссары. 1934 й. алып Башҡ‑н педагогика һәм педология ҒТИ дир. урынбаҫары. БАССР ҮБК‑ның 1—4‑се саҡырылыш ағзаһы. Репрессиялана (1936), атыла. 1956 й., 1989 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Октябрь революцияһы башҡорт крәҫтиәндәренә ни бирҙе. Өфө, 1925; Башҡорт хәрәкәттәре. 1917-1919 йылдар. Өфө, 1926.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Давлетшин Р.А. Башкирское национально-освободительное движение в лицах: К.А.Идельгужин //История края и судьбы людей: тез. докл. и сообщ. второй науч.‑краеведч. конф. Уфа, 1994.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019