ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы
ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы (27.3.1983, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Стәрлетамаҡ физик культура ин-тын тамамлаған (2011). “Иҙел” спорт клубы (тренеры Ф.Н.Ғабдуллин), БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге (А.А.Ғүмәров) тәрбиәләнеүсеһе. 12,5 км һәм ҡыуып барыу уҙыштарында Паралимпия уйындары чемп. (2010), 12,5 км һәм спринт б-са донъя чемп. (2011), дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2008, 2010—11), биатлон б-са ҡыуып барыу уҙышында донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Паралимпия уйындарында 10 һәм 15 км уҙыштарҙа чемп., спринт б-са көмөш призёр (бөтәһе лә — 2010), 15 км уҙышта Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2014), саңғы ярышы б-са донъя чемпионаттарында дөйөм зачётта 10 км уҙышта донъя чемп. (2011), Донъя кубоктарын яулаусы (2007—09, 2011), Рәсәй чемп. (10 тапҡыр, 2006—11), 10 һәм 15 км уҙышта көмөш (2 тапҡыр, 2009; 2011) һәм спринт б-са бронза призёры (2009, 2011). Еңел атлетика б-са 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемп. (12 тапҡыр, 2006—08). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005—14). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. 4-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2010), 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2014), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Салауат Юлаев (2014) орд. м-н бүләкләнгән.
Әҙәб.: Ноғоманов Б.М. Бәхетең һинең ҡулдарҙа=Нугуманов Б.М. Счастье в твоих руках. Уфа, 2013.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

