Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы

Просмотров: 1051

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы [16.9.1913, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Абзан а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 5.2.1977, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында, 1932—36 йй. Ленинград ҡ., 1940 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эшләй. 1937—39 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1942 й. ноябренән Дон, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 95‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 290‑сы гвардия уҡсылар полкының орудие командиры гвардия өлкән сержанты И. 1945 й. ғинуарында Забожье, Янина һәм Пиньчув (бөтәһе лә — Польша) торама пункттары өсөн барған алыштарҙа, Пиньчувтан көньяҡтараҡ Нида й. аша сыҡҡанда һәм Кронштадт ҡ. (Ключборк ҡ., Польша) штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Благовар районында, һуңыраҡ Чимкент ҡ. эшләй. Ленин (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. И. исеме Благовар районының Иҫке Күсәрбай урта мәктәбенә бирелгән. Благовар районының Иҫке Күсәрбай һәм Языков аа. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Печищев П. Всем смертям назло //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022