Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы

Просмотров: 1392

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы (9.10.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Дзюдо буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2016). Урал фзик культура академияһын тамамлаған (2000). Стәрлетамаҡ ҡ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: Ю.В.Зубков, Р.Ш.Нагаев). Рәсәй чемпионаты (1996) һәм Рәсәй кубогының (1998) бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1996) һәм көмөш призёры (1994), донъя беренселегенең бронза призёры (1994). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—97). 1996 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022
Связанные темы рубрикатора: