Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИДРИЦА УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 1073

ИДРИЦА УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. ғин. БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡасабаһында 219‑сы уҡсылар див. булараҡ ойошторола (2‑се тапҡыр). Див. составында 375‑се, 710‑сы һәм 727‑се уҡсылар һәм 675‑се артиллерия полктары, айырым 45‑се танкыға ҡаршы артиллерия һәм 136‑сы миномёт дивизиондары, 382‑се сапёр һәм 374‑се мед.‑санитария батальондары, 488‑се мотоуҡсылар разведка, 77‑се автомобиль, 670‑се элемтә һәм 88‑се химик һаҡланыу роталары, 92‑се зенит‑артиллерия батареяһы була. Көньяҡ Урал хәрби округы, Воронеж, Калинин, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы, 2‑се Украина фронттарының 1942 й. июненән — 3‑сө резерв, июлдән — 6‑сы армия, дек. — 18‑се уҡсылар корпусы, 1943 й. февр. — 69‑сы, апр. — 40‑сы, июль—авг. — 20‑се, окт. — 39‑сы, нояб. — 4‑се удар һәм дек. — 3‑сө удар армиялары, 1945 й. авг. башлап Одесса хәрби округы ғәскәрҙәре составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1942 й. Воронеж-Ворошиловоград, Донбасс һәм Урта Дон, 1943 й. Харьков операцияларында, Курск һуғышында, Смоленск, Духовщина-Демидов, 1944 й. Режецк-Двинск һәм Балтик буйы операцияларында, 1945 й. немец ғәскәрҙәренең Курляндия төркөмөн ҡамауҙа ҡатнаша.1945 й. апр. аҙағында Бухарестҡа, авг. Одесса ҡ. күсерелә. 1945 й. окт. таратыла. Почётлы “Идрица” исеменә лайыҡ була (1944). Див. 2,7 мең яугиры орд. һәм миҙалдар м‑н бүләкләнгән, 10‑дан ашыуына, ш. иҫ. Х.Р.Әхмәтғәлингә, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Див. командирҙары: полк. В.Н.Веричев (1942 й. ғин.— апр.), полк., 1943 й. алып ген.‑майор В.П.Котельников (1942—43), полк. А.С.Пыпырев (1943 й. сент.), полк. В.Г.Коваленко (1943—45).

Әҙәб.: Афонин А.А. 219-я Краснознамённая Идрицкая. Уфа, 1997; Бикмеев М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005; шул уҡ. Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019