Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы

Просмотров: 1203

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы (27.9.1965, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Түбәнге Әүрез а.), лётчик, полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1987—88 йй. Афғанстанда һәм 1995—96 йй., 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1986), Ю.А.Гагарин исемендәге Хәрби‑һауа академияһын (Мәскәү өлкәһе Монино ҡсб, 1995) тамамлаған. 1982 й. алып Совет армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә 58‑се дөйөм ғәскәри армияһы 487‑се айырым вертолёт полкының эскадрилья командиры подполковник И. 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (2006) “Хәрби, махсус һәм ике тәғәйенләнешле интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау буйынса федераль агентлыҡ” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһында эшләй, бер үк ваҡытта Е.Н.Кочешков исемендәге Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт фондының (Мәскәү ҡ.) вице‑президенты, президиумы ағзаһы. 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” ордены менән бүләкләнгән (1988). И. исеме менән тыуған ауылындағы мәктәп аталған, уның бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Х е ҙ м.: Армейская авиация — грозная сила на поле боя. М., 2007.

  Әҙәб.: С м и р н о в Е. Герои нашего времени //Ватандаш. 2005. №11.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Е.А.Смирнов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023