Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы

Просмотров: 1266

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы [16.3.1851, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 1921, Стәрлетамаҡ ҡ.], хәрби эшмәкәр. Ген.‑лейт. (1918). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 1866— 1908 йй. һәм 1915—18 йй. рус армияһында, ген.‑майор (1908); 1918 й. Халыҡ армияһында; 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә. 1917 й. тиклем Варшава һәм Ҡазан хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1917 й. 1‑се ярт. Бәләбәй ҡ. гарнизоны нач., 1918 й. ғин. алып 1‑се мосолман уҡсылар бригадаһы ком. (Ҡазан), июндән 1‑се Башҡорт уҡсылар див. нач., сент.— нояб. Башҡорт айырым корпусы командующийы. 1919 й. ғин. алып Башҡ. ғәскәр идаралығы нач. вазифаһын башҡарыусы, һуңынан АСБР Хәрби комиссариатының 1‑се мобилизация комиссияһының хәрби етәксеһе, рәйесе. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Ғ.Ғ.Булатов, Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023