ЗИНКОВСКИЙ Валерий Михайлович
815
ЗИНКОВСКИЙ Валерий Михайлович (1.8.1937, Өфө ҡ. — 28.10.2020, шунда уҡ), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965). ӨАИ‑ны тамамлаған (1963). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Команда зачётында РСФСР чемпионы (1969). 1969 й. алып “Уңыш” ирекле спорт йәмғиәте Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, 1984–2006 йй. хәҙерге бишбәйге буйынса республика СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1983–87 йй. СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Зинковский, шулай уҡ 20‑гә яҡын СССР спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2023
Энциклопедиялар: