Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАШИРИН Николай Дмитриевич

Просмотров: 1504

КАШИРИН Николай Дмитриевич (4.2.1888, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 14.6.1938, Мәскәү ҡ.), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 2‑се ранг командармы (1935). И.Д.Кашириндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак юнкерҙар училищеһын тамамлаған (1909). 1909—11 йй. һәм 1914—16 йй. рус армияһында, подъяҫауыл (1915); 1918 й. алып Ҡыҙыл армияла. А.И.Дутов етәкселегендә Ырымбур казак ғәскәре сығышын һәм Йыйылма Урал отряды походын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Сентябрҙән Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы 30‑сы (1919 й. тиклем 4‑се Урал) уҡсылар дивизияһы начальнигы ярҙамсыһы, 1919 й. ғинуарынан начальнигы. Августтан алып Ырымбур нығытмалы районы коменданты. Октябрь—ноябрҙә Беренсе армияның 49‑сы уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1920 й. март—октябрендә Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе. Октябрҙән алып Көньяҡ фронтта 3‑сө атлы корпус командиры, артабан Н.И.Махно отрядтары менән көрәштә Александровск ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, 1923 й. башлап червон казактарының 14‑се уҡсылар корпусы, 1924 й. 1‑се кавалерия корпусы командиры. 1925 й. алып Урал, Белоруссия, Мәскәү һәм Төньяҡ Кавказ хәрби округтары ғәскәрҙәре командующийҙары ярҙамсыһы. 1931 й. башлап Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, 1937 й. июль—авгусында РККА‑ның Хәрби әҙерлек буйынса баш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 1934 й. алып СССР Оборона ХК‑ның Хәрби советы ағзаһы. 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1916), 2‑се, 3‑сө (1915) ҡылыслы һәм бантлы (1916) һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915) һәм 3‑сө дәрәжә (1913) Изге Станислав, Ҡыҙыл Байраҡ (1919, 1921) ордендары, Почётлы революцион ҡорал (1920) менән бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. К. исеме Баймаҡ ҡ. һәм БР‑ҙың башҡа торама пункттарындағы урамдарға бирелгән.

  Әҙәб.: Г е р а с и м о в П.М. Доблестный командарм. М., 1965.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023