Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Әнүәр Камил улы

Просмотров: 1534

ИБРАҺИМОВ Әнүәр Камил улы (27.11.1965, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Хәрби физик культура институтын (Ленинград ҡ., 1990), БДУ‑ны (1993) тамамлаған. “Локомотив” ирекле спорт йәмғиәте, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.И.Әйүпов), 1983—98 йй. Үҙәк армия спорт клубы өсөн сығыш яһай. Команда зачётында Олимпия уйындары чемпионы (1988). СССР кубоктарын яулаусы (1984, 1990), СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1986), СССР чемпионатының (1988) һәм Бөтә донъя универсиадаһының (1985) бронза призёры, шәхси зачётта “Ленинград рапираһы” халыҡ‑ара турнирҙары еңеүсеһе (1987—88). Команда зачётында Европа кубоктарын яулаусы (1986, 1989, 1991, 1996—97), СССР чемпионы (1987—91), донъя чемпионатының көмөш (1995) һәм бронза (1985) призёры, “Дуҫлыҡ” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1984). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1983—84) һәм донъя чемпионатының бронза призёры (1984). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) йыйылма командалары ағзаһы. 2000 й. башлап Рәсәйҙең рапира менән фехтование буйынса үҫмер спортсылар, 2005—06 йй. — ир‑егеттәр йыйылма командалары өлкән тренеры. “Почёт Билдәһе” (1989), Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары, 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2003) менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022
Связанные темы рубрикатора: