Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАЙЦЕВ Михаил Алексеевич

Просмотров: 1652

ЗАЙЦЕВ Михаил Алексеевич (1.3.1938, БАССР-ҙың Шишмә р‑ны Боголюбовка а. — 8.7.2010, Өфө), дәүләт эшмәкәре. БР хеҙмәтләндереү тармағының атҡ. хеҙм‑ре (1998). ӨАИны тамамлаған (1972). 1960 й. алып Өфө электр лампалары з‑дында эшләй. 1963 й. башлап Өфөлә ВЛКСМдың Орджоникидзе район ком‑тының 1‑се секретары, 1965 й. — ӨАИ-ның ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1966 й. — КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты инструкторы, 1973 й. — Өфө электр лампалары з‑дының партия ком‑ты секретары, 1975 й. — КПСС‑тың Орджоникидзе район ком‑ты секретары, 1978 й. — КПСС Өфө ҡала ком‑тының бүлек мөдире. 1980 й. алып Өфө халыҡ депутаттарының Киров р‑н советы башҡарма ком‑ты рәйесе. 1987 й. башлап Халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советында: башҡарма ком‑т рәйесе, 1990 й. алып рәйес; бер үк ваҡытта 1992 й. башлап Өфө хакимиәте башлығы. 1995 —99 йй. БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (1997 —99).

Хеҙм.: Становление двухпалатного парламента и развитие законодательства суверенного Башкортостана. Уфа, 1999.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019