Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛБАХТИН Нәзир Мырҙабай улы

Просмотров: 1241

ҠОЛБАХТИН Нәзир Мырҙабай улы (17.9.1941, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шәрипҡол а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) һәм 1979 й. алып шунда уҡ эшләй (2000—13 йй. археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы каф. мөдире). 1972—76 йй. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шайморат урта мәктәбе директоры. Фәнни хеҙмәттәре 18 б. Башҡортостандың соц.-иҡт. һәм сәйәси тарихына: тау сәнәғәте үҫешенә, төбәк халыҡтарының Уложенный комиссия эшендә ҡатнашыуына, Крәҫтиәндәр һуғышына (1773—75) арналған. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ФА-ның Р.Ғ.Кузеев ис. пр лауреаты (2009).

Хеҙм.: Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. Уфа, 1984; Горнозаводская промышленность в Башкортостане, в XVIII веке. Уфа, 2000; Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019