ИШБУЛАТОВ Альберт Наил улы
634
ИШБУЛАТОВ Альберт Наил улы (17.12.1981, Шаргунь ҡ.), спортсы. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). ӨЮИ‑ны (2002), БДУ‑ны (2009) тамамлаған. “Йәшелкүл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Д.С.Хәсәнов). Евразия чемп. (2001), Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2001—02, 2004), Ю.В.Ступеньков иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Мәскәү, 1999), Рәсәй ЭЭМ‑ы чемп. (1998). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2000) һәм Рәсәй (1998—2000) беренселектәре еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2001).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: