Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӘТОВ Рафаил Ғәзиз улы

Просмотров: 1388

ИШМӘТОВ Рафаил Ғәзиз улы (2.8.1952, Силәбе ҡ.), тренер. Пед. ф. канд. (2003). Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1980), Рәсәй физик культура акад. Юғары тренерҙар мәктәбен (Мәскәү, 1985) тамамлаған. “Трактор” спорт клубы (Силәбе ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1971—72, 1975—83), армия спорт клубтары (Куйбышев ҡ., 1972—73; Ленинград, 1973—74) командалары өсөн уйнай. “Шахтёр кубогы” (Польша, 1972), Бухарест (Румыния, 1973) һәм “Алтын башаҡ” (Чехословакия, 1976) кубоктарының халыҡ‑ара турнирҙары еңеүсеһе. 1985 й. алып “Авангард” командаһы (Өфө) тренеры, өлкән тренеры, 1991 й. — “Салауат Юлаев” хоккей клубының 1999—002 йй. — армия спорт клубының(С.‑Петербург), 2003 й. — Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының, 2004—05 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры, 2006 й. — П.Ф.Лесгафт ис. Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек ун‑тында уҡыта, бер үк ваҡытта армия спорт клубы СДЮШОР‑ының спорт дир. (икеһе лә — С.‑Петербург). И. етәкс. “Салауат Юлаев” хоккей клубы Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын (1994), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призын яулай; Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы донъя чемп. була (2003). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1996).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: