КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы
1426
КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы (15.1.1956, Өфө ҡ. — 17.3.2016, шунда уҡ), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1983). “Нефтсе” спорт комбинаты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Р.Ш.Вәлиуллин). СССР чемпионатының көмөш призёры (1979), РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1977—79), СССР‑ҙың Спорт комитеты приздарына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1979). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселегенең бронза призёры (1975). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—79). 1996—2011 йй. бокс буйынса 22‑се ДЮСШ‑ның тренер-уҡытыусыһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022
Энциклопедиялар: