Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Просмотров: 1477

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1971) тамамлаған. 1950—69 йй. “Кызыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәз., “Пионер” ж. хеҙм‑ре; 1971—90 йй. “Ағиҙел” ж. бүлек мөдире. “Йәшлек йыры” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1954 й. сыға. И. шиғриәте юғары гражданлыҡ пафосы, хис-тойғолар тәрәнлеге м‑н айырылып тора. “Һағына белә икән таштар ҙа” (1972), “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар” (1990) шиғри йыйынтыҡтары, “Яҙмыш юлҡайҙары урау-урау” (2002) мемуарҙар китабы, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары һ.б. авторы. “Урал тауышы”, “Оран һала Ер-әсә” поэмаларының төп фекере – үҙ халҡының героик үткәне өсөн ғорурланыу, Ер‑әсәнең киләсәге өсөн борсолоу. И. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, украин, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. И. шиғырҙарына З.Ғ.Исмәғилев, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. комп. йырҙар, романстар, ораториялар, кантаталар һ.б. ижад иткән. БССР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1991), Ғ.Сәләм (1968), Б.Вәлид (1997) ис. пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2005).

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2004—2005; Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай? Өфө, 2010; Серебряный колокольчик: стихи. М., 1970.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: