Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 667

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 21 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.-Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 368 кеше; 1939 — 303; 1959 — 351; 1989 — 237; 2002 — 209; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өпәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Ғәбделйәлил һәм Мәүлитбай Ишәлиндәр билдәле. Шулай уҡ Ғөзәйер исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 17 йортта 117 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.Әхмәҙиева ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: