Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 866

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 885 кеше; 1920 — 1095; 1939 — 1426; 1959 — 1243; 1989 — 864; 2002 — 986; 2010 — 1000 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле (ауылда И.И.Лепёхин булып киткән). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Йомаҡай Ишәев билдәле. Шулай уҡ Ишпәй исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 18 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 455 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Ишәй мәмерйәләре урынлашҡан. Р.Н.Заһиҙуллин, Л.Н.Заһиҙуллина, В.М.Тимербулатов ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019