Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы

Просмотров: 1543

КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы [10.4.1907, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) —21.7.1989, Өфө], архитектор, сәнғәт белгесе. СССР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура акад. мөхбир ағзаһы (1957), сәнғәт ғилеме д‑ры һәм проф. (1976). РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1976), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1947). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). С.Ғ.Кәлимуллиндың ағаһы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) “Башпроект” тресында ҡалаларҙы планлаштырыу секторы нач., 1951—63 йй. ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1966 й. алып Ҡазан инженер‑төҙөлөш ин‑тының архитектура каф. мөдире, 1971—87 йй. ӨНИ‑лә эшләй: 1984 й. тиклем архитектура каф. мөдире. 1936—37 йй. һәм 1944—65 йй. БАССР‑ҙың Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе.

К. башҡ. халыҡ төҙөлөш сәнғәте өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәргә, ауылдарҙы планлаштырыуға, Башҡортостандың ҡала төҙөлөшөнә нигеҙ һала. БАССР‑ҙың Еңел сәнәғәт ХК биналары (1937, хәҙ. БДПУ‑ның 3‑сө корпусы), Советтар йорто (1951, ӨДАТУ‑ның төп корпусы), Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының төп корпусы (1957, БДУ‑ның төп корпусы; бөтәһе лә — авторҙ., Өфө) һ.б. проекттарын эшләй. 30—40‑сы йй. Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. генераль пландарын төҙөүҙә ҡатнаша. БАССР‑ҙың Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949). К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Планировка и застройка башкирских деревень. Уфа, 1959; Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; Деревянная резьба в народной архитектуре Башкирии. Уфа, 1984.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019