Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛЕМ ҺАРАЙЫ

Просмотров: 1690

КИЛЕМ ҺАРАЙЫ, 19 б. архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Килем а. урынлашҡан. 1848 й. төҙөлә, архитекторы билдәһеҙ. Тәвкилевтәр усадьбаһының бер өлөшө булған. Һарай‑усадьба комплексына ш. уҡ Килем мәсете, үрге һәм түбәнге парктар ингән. Көнсығыш стилистикаһы мотивтары ҡулланылған классицизм стилендәге (ҡара: Архитектура стилдәре) симметриялы 2 ҡатлы аҡ таш бина үрге парк эсендә урынлашҡан һәм көнсығыш фасады урам яғына, көнбайышы — йылғаға ҡарай. К.һ. мөйөштәре бейек манара м‑н нығытылған, кәрниз аҫтындағы горизонталь сығынтылар бинаның периметры буйлап һылап эшләнгән биҙәктәр м‑н, ҙур аркалы тәҙрәләренең өҫкө өлөшө төрлө төҫтәге быялалар м‑н биҙәлгән була. Көнсығыш фасады симметриялы композициянан ғибәрәт: өҫкө яғы аттика һәм башняны имитациялаусы бағаналар м‑н биҙәлгән, улар стенаның бөтә бейеклеге буйлап һуҙыла һәм ҡыҫҡа баҫҡыслы инеү урынын айырып күрһәтә. Ошолай уҡ биҙәлгән көнбайыш фасадының аттикаһы ҡатмарлыраҡ, ш. уҡ башняға оҡшатып эшләнгән 6 ҡырлы 4 бағаналы балконы бар. Икенсе ҡаттың стеналары, түшәмдәре арабескалар һәм геом. орнамент, вестибюль стеналары һәм уның өҫтөндәге бүлмәләр түңәрәк һәм 8 ҡырлы төҫлө медальондар м‑н биҙәлгән. Күп кенә бүлмәләрҙә иҙәнгә паркет түшәлгән була; залдарҙың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан һәм кафель м‑н ҡапланған өсмөйөш формаһындағы мейестәр интерьерҙы биҙәү элементтарының береһе булып торған. Интерьерҙарҙы биҙәгән ваҡытта бик күп келәм, шаршау һәм таҫтамал ҡулланылған; йыһаздары башлыса бәрхәт м‑н тышланған. 1848 й. алып һарайҙа Тәвкилевтәр, 1903 й. — С.С.Йәнтүрин йәшәгән, 1918 й. — бина буш тора, 1924—96 йй. бында урта мәктәп урынлаша. 2000 й. алып Р.И.Кирайдт проекты б‑са К.һ. яңыртыу эштәре алып барыла.

Әҙәб.: Ширгазин А.Р., Калимуллина Д.Б. Памятники архитектуры ислама города Уфы. Уфа, 2006. Вып.2.

Р.М.Вәлиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019