Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЗЛОВ Александр Фёдорович

Просмотров: 966

КОЗЛОВ Александр Фёдорович (24.4.1922, Алыҫ Көнсығыш респ. Бровничи а. — 26.11.2004, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1969). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторҙар төркөмө етәксеһе, баш архитекторы, 1965—84 йй. директоры. Ул респ. торлаҡ һәм йәмәғәт биналары, ш. иҫ. Сәнәғәт йорто (1956, Өфө, хәҙ. “Башнефть” АНК‑ның төп бинаһы), С.М.Киров ис. Нефтселәр һарайы (1961; ҡара: Ишембай мәҙәниәт һарайы) һәм Балалар туберкулёз шифаханаһы (1973; икеһе лә — Ишембай ҡ.; бөтәһе лә — авторҙ.), проекттарын эшләй. 40‑сы йй. 2‑се ярт. — 60‑сы йй. Ишембай, Нефтекама, Октябрьский ҡҡ., Дүртөйлө, Йылайыр, Малаяҙ, Мораҡ аа., Приют, Серафимов ҡасабаларының һ.б. ген. пландарын проектлауҙа ҡатнаша. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; шулуҡ. А.Ф.Козлов: годы жизни. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019