Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНДРАШКОВ Виктор Антонович

Просмотров: 843

КОНДРАШКОВ Виктор Антонович (19.1.1924, Орёл губ. Спасский а. — 5.5.2005, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Волгоград, Өфө ҡҡ. проект ойошмаларында, 1956 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тының 1‑се оҫтаханаһында баш архитектор, 1966 й. башлап 1970 йй. уртаһына тиклем “Башгипронефтехим” ин‑ты архитекторы. Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион (1955), Пионерҙар һарайы (1957; ҡара: Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы), Медицина университетының уҡыу корпусы (1973) проекттары, Дворян йыйылышы бинаһына реконструкция (1960) һ.б. авторы; С.Т.Аксаков һәйкәленең архитектур ҡоролошоноң проект авторы (1959; Т.П.Нечаева м‑н берлектә; бөтәһе лә — Өфө). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Планировка и застройка башкирских деревень. Уфа, 1959; Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; Деревянная резьба в народной архитектуре Башкирии. Уфа, 1984.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

М.Р.Батырова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019