Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 727

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 – 438; 1939 – 315; 1959 – 233; 1989 – 188; 2002 – 243; 2010 – 190 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылболаҡтамаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡасҡын исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1812 й. бында Ырымбур өйәҙенән керҙәш башҡорттар килеп ултыра. 1865 й. 34 йортта 187 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Тирмән‑болғауыс булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Ҡасҡын ҡурғандары бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019