Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАШҠА, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 688

ҠАШҠА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/c үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 147 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 850 кеше; 1920 – 1043; 1939 – 647; 1959 – 761; 1989 – 783; 2002 – 952; 2010 – 843 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йәшлек” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Абдрахман Ҡашкин билдәле. 18 б. аҙ. Серебай булараҡ теркәлгән. 1865 й. 73 йортта 479 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: