Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛБАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 878

ҠОЛБАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 500 кеше; 1920 – 403; 1939 – 482; 1959 – 461; 1989 – 315; 2002 – 312; 2010 – 322 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Сатай исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта – 283 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1845 й. төҙөлгән), һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, урыҫ‑башҡ. министрлыҡ мәктәбе, бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән. В.Ҡ.Ҡолбаҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019