Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛТАЙ‑ҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 754

ҠОЛТАЙҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 391 кеше; 1920 – 382; 1939 – 337; 1959 – 258; 1989 – 216; 2002 – 251; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тамъян‑Таймаҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Тамъян‑Таймаҫ, Ереклекүл аа. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Үрге Тамъян булараҡ теркәлгән. 1896 й. Тамъян‑Ереклекүл (Ҡ.‑Ҡ.) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 60 йортта 319 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Тамъян‑Ҡолтай‑Ҡаран тип теркәлгән, мәсет булған. 1920 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: