Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ

Просмотров: 890

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ, 1919 й. ғин. Рус армияһының Юғары баш командующийы адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са ойошторола. К.а. составына Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө (март—май), 2‑се һәм 8‑се Өфө армия корпустары, 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы һәм 6‑сы Урал армия корпусы (ғин.—май), 1‑се Волга буйы армия корпусы (май) ингән, май аҙағында улар Волга буйы ғәскәрҙәр төркөмөнә, Урал ғәскәрҙәр төркөмөнә һәм Өфө ғәскәрҙәр төркөмөнә берләштерелә. Граждандар һуғышы барышында 1919 й. ғин. — март башында Уралтау һырты буйлап оборонала тора, март—апр. Рус армияһы һөжүмендә ҡатнаша, Бөрө, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөгөлмә, Боғорослан, Чистай һ.б. ҡалаларҙы ала. Апр. аҙағында — июль уртаһында Боғорослан операцияһы, Бәләбәй операцияһы, Өфө операцияһы һәм Златоуст операцияһы һөҙөмтәһендә РККА‑ның Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре тарафынан Силәбе ҡ. ҡыҫырыҡлана. Июлдә Рус армияһының 3‑сө армияһы итеп үҙгәртелә. Армия командующийҙары: ген.‑лейт., 1919 й. апр. алып артиллерия ген. М.В.Ханжин (1919 й. ғин.—июне), ген.‑лейт. К.В.Сахаров (1919 й. июнь—июле).

Әҙәб.: Волков Е.В. Судьба колчаковского генерала: страницы жизни М.В.Ханжина. Екатеринбург, 1999; Волков С.В. Трагедия русского офицерства. М., 2001.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023