Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАКТАР

Просмотров: 1245

КУЛАКТАР, 19 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәрҙең соц. төркөмдәргә бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рәсәй халҡының ауылдарҙа йәшәгән хәлле ҡатламының тарихи әҙәбиәттә ҡабул ителгән атамаһы. К. эре биләмәләргә, етештереү сараларына хужа булып, ялланма хеҙмәттән файҙаланған. 20 б. башында улар Рәсәйҙә крәҫтиән хужалыҡтарының 20%‑ын тәшкил иткән һәм 1913 й. тауар игененең 50%‑ын етештергән. М.И.Роднов мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында 35 мең кулак хужалығы (бөтә крәҫтиән хужалыҡтарының 7,9%‑ы) иҫәпләнгән. Беренсе донъя һуғышы йылдарында кулак хужалыҡтарының иҫәбе 4,9%‑ҡа тиклем кәмей. 20‑се йй. уртаһында К. үҙҙәренең иҡт. хәлен нығыта. 20‑се йй. аҙ. СССР‑ҙа К. синыф булараҡ юҡ итеү сәйәсәте алып барыла. Коллективлаштырыу барышында СССР ХКС‑ының 1929 й. 21 майындағы “Хеҙмәт кодексы ҡулланылырға тейешле кулак хужалығын таныу тураһында” һәм ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑ты бюроһының 1930 й. 8 февр. “Башҡортостанда тотош коллективлаштырыу үткән райондарҙа кулак хужалыҡтарын юҡ итеү буйынса ғәмәли саралар тураһында” ҡарарҙарына ярашлы, К. өс категорияға бүлеп ҡарала. Тәүгеһенә “контрреволюцион кулак активы” — террор ойоштороусылар һәм Советтарға ҡаршы өндәүселәр инә. Уларҙы кисекмәҫтән ҡулға алырға, ғаиләләрен илдең төньяҡ һәм көнсығыш райондарына оҙатырға ҡушыла. Икенсе категорияға коллективлаштырыуға, кулакты юҡҡа сығарыуға пассив ҡаршылыҡ күрһәткән К. ҡарай. Улар ғаиләләре м‑н ш. уҡ райондарға оҙатылған. Өсөнсө категорияға хәлле крәҫтиәндәр индерелгән. Уларҙы БАССР‑ҙың урманлы райондарына күсергәндәр. Ғаиләлә 18—60 йәштәге хеҙмәткә яраҡлы ирҙәр булмаған кулак ғаиләләре, ш. уҡ ғаилә ағзалары партияла, комсомолда торған, РККА‑ла хеҙмәт иткән, ҡыҙыл партизан булған һәм революцион хәрәкәттә ҡатнашҡан ғаиләләр һөргөнгә ебәрелмәгән. К. бөтә категориялары ла граждандар хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән, мөлкәте тартып алынған. 1930 й. БАССР‑ҙа 7557 хужалыҡ кулакка сығарыла. 1931 й. 5,8 меңгә яҡын крәҫтиән ғаиләһе (30 меңгә яҡын кеше) Белорет, Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Өфө р‑ндарындағы 17 махсус ҡасабаға һөрөлә. Респ. б‑са бөтәһе 25,5 меңгә яҡын крәҫтиән хужалығы кулакка сығарыла. 1932 й. К. граждандар хоҡуҡтарын тергеҙеү башлана. СССР ҮБК‑ның 1934 й. 27 майындағы “Элекке кулактарҙың граждандар хоҡуҡтарын тергеҙеү тәртибе тураһында”ғы ҡарары б‑са, К. граждандар хоҡуҡтарын ҡайтарыу практикаһы күбәйә. 1936 й. Конституцияға ярашлы, элекке кулактарҙың барыһы ла һайлау хоҡуғына эйә була. РФ‑тың 1991 й. 18 окт. “Сәйәси репрессия ҡорбандарының исемдәрен аҡлау тураһында” ғы закон б‑са, кулакка сығарылған граждандарҙың ғаиләләренә законһыҙ тартып алынған мөлкәте ҡайтарыла, аҡсалата компенсация түләнә.

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: