Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСИ

Просмотров: 1584

ИҘРИСИ [Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Абдулла ибн Иҙрис әл-Иҙриси; 1100, Сеута ҡ., Әлмөрәбиҙәр дәүләте — 1161 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1165), Сеута ҡ., Әлмөхиҙәр дәүләте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Кордова ҡ. (Әлмөрәбиҙәр дәүләте) уҡый. 12 б. башында Төньяҡ Африка, Үҙәк Европа, Кесе Азия буйлап сәйәхәт ҡыла. Сицилия короле Рожер II (1130—54 йй. хакимлыҡ итә) һарайында хеҙмәт итә. “Китаб нөзхат әл-мөштаг фи’хтираг әл-афаг” (“Өлкәләр буйынса сәйәхәт итеү тураһында хыялланыусының мауығыуҙары”; 1154) хеҙмәте авторы. Шәхси күҙәтеүҙәренә, күреп белеүселәрҙең һөйләүенә, төрлө яҙма сығанаҡтарға, ш. иҫ. Птолемей хеҙмәтенә, нигеҙләнгән хеҙмәтендә Европа, Африка илдәренең тарихы, тарихи географияһы, иҡт. һәм сәйәси ҡоролошо үҙенсәлектәре, ғөрөф‑ғәҙәте, йолалары т‑да мәғлүмәт тупланған. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары, ш. иҫ. башҡорттар, болғарҙар, буртастар, венгрҙар (ҡара: Боронғо венгрҙар), ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, бәшнәктәр, хазарҙар һ.б. т‑да яҙғанда, И. Ибн Хордадбех, Джейхани, Ибн Хаукал, Масуди һ.б. әҫәрҙәрен киң файҙалана. И. “халыҡ йәшәгән өлкәләр” картаһында “башҡорттар иле” Урал буйында билдәләнгән, уның терр‑яһында хәҙ. Урал тауҙары, Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел, Әй йй. (ҡара: Башҡортостан) күрһәтелгән. Башҡорттарҙы “басджирт” (ҡара: Башҡорт) исеме м‑н һүрәтләгән һәм уларҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индергән. И. мәғлүмәттәре б‑са, Каспий диңгеҙенән төньяҡҡа ҡарай башҡорттарҙың Ҡараҡыя һәм Минжан (Немжан), Кама й. урта ағымында Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалалары урынлашҡан, улар адм. һәм сауҙа үҙәктәре булған, ағас йорттарҙан һәм тирмәләрҙән торған, башҡорт ерҙәрендә ҡалаларҙың аҙ булыуы билдәләнгән. И. ярашлы, башҡорттарҙың бер төркөмө (эске) — булғарҙар һәм уғыҙҙар м‑н, ҡалғаны (тышҡы) бәшнәктәр м‑н сиктәш булған. Китапта Волга буйы Болғарының соц.иҡт. һәм сәйәси тарихы б‑са материалдар бар.

Әҙәб.: Коновалова И.Г. Аль‑Идриси о странах и народах Восточной Европы. М., 2006.

Б.С.Ильясов, Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019