Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы

Просмотров: 1352

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин I [1890 й. һуң, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1923, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. С.Ғ.Ишмырҙиндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен, кесе офицерҙар әҙерләү б‑са хәрби мәктәпте тамамлаған (1914). 1914—17 йй. рус армияһында, подпоручик; 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, штабс-капитан (1918). 1917 й. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты. 1918 й. Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. 1918 й. февр. Ырымбур ҡ. Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алғандан һуң И. инициативаһы б‑са Юрматы кантоны башҡорттары съезы саҡырыла, съезд ҡарарына ярашлы, В.И.Ленинға Ырымбур губерна революцион ком‑ты эштәренә ризаһыҙлыҡ белдерелә һәм Башҡ. хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап иткән телеграмма ебәрелә. Сент. аҙағынан Ә.Ә.Вәлидовтың өлкән адъютанты булып хеҙмәт итә. Окт. алып 6‑сы Башҡ. уҡсылар полкы ком., 1919 й. февр. — Башҡ. ғәскәренең 1‑се Башҡ. уҡсылар див. начальнигы. Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты ағзаһы. Апр. башлап АСБР хәрби комиссары урынбаҫары, Саранск ҡ. Айырым Башҡ. бригадаһын, Бәләбәй ҡ. Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһын ойоштороу м‑н шөғөлләнә, бер үк ваҡытта апр.—авг. (өҙөклөк м‑н) Башҡ. республикаһының хәрби эштәр б‑са халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. Сент. Петроград фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөн төҙөүҙә ҡатнаша. 1920 й. алып АСБР кантондарында советтар ойоштороу м‑н шөғөлләнә, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм РСФСР ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты сыҡҡандан һуң ризаһыҙлыҡ йөҙөнән, Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә үҙенең эш урынын ҡалдыра. Вәлидов м‑н берлектә Урта Азияла большевиктарға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнаша. 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Почётлы революцион ҡорал (1919) м‑н бүләкләнгән. 1922 й. авг. ҡыҙылдарға әсиргә эләгә. Язалап үлтерелә.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019