Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы

Просмотров: 1274

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы (26.9.1972, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. канд. (2002). Г.В.Плеханов ис. С.‑Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1994) Бүребай тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләй (өҙөклөктәр м‑н; 2004—05 йй. ген. дир.). 1998 й. ғин.‑майында Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө ком‑тының ер кадастры бюроһы нач., 2000 й. алып “Хәйбулла тау компанияһы” ААЙ‑ның баш инженеры. 2002 й. башлап БР Хөкүмәте Аппараты сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм иҡт. тармаҡтарын координациялау бүлегенең баш белгесе. 2003 й. алып БР‑ҙың иҡт. үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары. 2006 й. башлап Хәйбулла р‑ны хакимиәте башлығы. 2008 й. майынан “Урал тау‑металлургия компанияһыХолдингы” ЯСЙ‑ның тау мәғдәне пр‑тиеларын үҫтереү идаралығы нач. урынбаҫары, сент. — “Химия комплексында техник‑иҡтисади тикшеренеүҙәр ғилми‑тикшеренеү институты” ААЙ‑ның (икеһе лә — Мәскәү) ген. дир. урынбаҫары. 2011 й. ғинуарынан БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, апр. — БР Хөкүмәте Премьер‑министрының 1‑се урынбаҫары. 2011 й. майы — 2012 й. авг. — Премьер‑министр. 2012 й алып “Башҡортостан химияһы” ААЙ‑ның үҫеш б‑са дир. урынбаҫары.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: