Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович

Просмотров: 1192

ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович (21.3.1950, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Б.С.Илизаровтың ҡустыһы. Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1975 й. алып РФА‑ның Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы ин‑тында (1990 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — дир. урынбаҫары, 2004 й. — “Фән һәм техника” мәғлүмәт‑аналитика үҙәге бүлеге мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып Рәсәй гуманитар ун‑тында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре историографияға, Рәсәйҙең 18 һәм 20 бб. фән һәм техника тарихына арналған. 160‑тан ашыу хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Формирование в России сообщества историков науки и техники. М., 1993; Московская интеллигенция XVIII века. М., 1999; Герард Фридрих Миллер (1705—1783). М., 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: