Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЙКОВ Алексей Алексеевич

Просмотров: 1111

КИЙКОВ Алексей Алексеевич (17.3.1873, С.‑Петербург губ. Петергоф ҡ. — 22.12.1931, Өфө), юрист, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Император С.-Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1898). 1917—18 йй. РСДРП ағзаһы. 1898 й. алып Томск ҡ. юрист. 1905 й., 1918 й. ҡулға алыуға һәм һөргөнгә дусар була. 1906 й. башлап Өфөлә присяжный вәкиле, 1916 й. Өфө губернаһының аҙыҡ-түлек органдарында юрисконсульт. Революция (1917) осоронда Өфө губерна йәмәғәт ойошмалары ком‑тының суд эштәре б‑са комиссары, Коалицион губерна суд-тәфтиш комиссияһы рәйесе, 1919 й. февр.—мартында Өфө губерна революцион комитеты хеҙм‑ре. 1919 й. дек. — 1920 й. авг. Омск һәм Томск ҡҡ. кооператив союздар юрисконсульты. 1920 й. башлап Юстиция ХК‑нда, Дәүләт пр‑тиеларының сәнәғәт берекмәһендә, БАССР ХХС‑ының Башҡ‑н үҙәгендә юридик эштә, 1926 й. авг. — К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында ғилми эш м‑н шөғөлләнә һәм уҡыта, бер үк ваҡытта 1921 й. апр. — Өфөнөң ҡайһы бер уҡыу йорттарында уҡыта, 1922 й. — Истпарт комиссияһы хеҙм‑ре. 20‑гә яҡын хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Из былого Урала: материалы к истории революционного движения на Южном Урале и в Приуралье (1905—1916). Уфа, 1923; К истории семьи и брака у башкир, татар, мордвы и чуваш //Башкирский краеведческий сборник. Уфа, 1927. №2.

Әҙәб.: Мордвинцев Г.В. Адвокат, учёный, историк — А.А.Кийков //История края и судьбы людей. Уфа, 1994.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: