Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ

Просмотров: 1198

ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ [1738, Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Саҡмағош а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 10.7.1804, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ.], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Мишәр. Нуғай даруғаһыныңДыуан-Табын улусы Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) йәшәгән. Шул уҡ улустың сотнигы (1767), мулла (1766).

1773 й. нояб. ихтилалға ҡушыла. Дек. аҙағына тиклем Кинйә Арыҫланов отрядында Ырымбур ҡ. янында барған алыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. ғин. Ҡ.У. отряды Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының Түбәнге Ирген з‑дын (ҡара: Ирген заводтары) һәм Әшит ҡәлғәһен ала, Батырҡай Иткинин, атаман И.Г.Васев отрядтары, һуңыраҡ Салауат Юлаев ғәскәре м‑н берлектә Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм ҡала янында барған алыштарҙа ҡатнаша. Ғин. аҙағында Әшит ҡәлғәһе комендантын язалағаны өсөн И.Н.Зарубин бойороғо м‑н ҡулға алына, Пугачёв күрһәтмәһе б‑са азат ителә һәм Төп ғәскәр составында Ырымбур янында һуғыша. Март аҙағында Нуғай даруғаһы Зубов а. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алыш ваҡытында әсирлеккә эләгә, һуңыраҡ иреккә ебәрелә. Апр. Нуғай даруғаһы халҡын баш күтәреүселәр армияһына мобилизациялай; хөкүмәткә тоғро мишәр старшиналары тарафынан ҡулға алына, ҡаса. Ҡаранай Моратов һәм Ҡасҡын Һамаров м‑н берлектә Нуғай даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй, июлдә — авг. башында Салауат Юлаев ғәскәре составында Өфө янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

4 авг. Ҡазан даруғаһыныңЕрмолкин а. эргәһендә Ҡыҙрас Муллаҡаев отряды тарафынан ҡулға алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында һәм Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Тән язаһына дусар ителә, Ревель губ. Балтик Порты ҡ. ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә.

Әҙәб.: Воззвания и переписка вожаков Пугачёвского движения в Поволжье и Приуралье. Казань, 1988.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019